Билдәле педагог һәм балетмейстер, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Марат Кәримов арабыҙҙан китте. Уға 67 йәш ине, оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булған, тип хәбәр иттеләр.
Марат Әғләм улы Кәримов 1956 йылда Өфөлә тыуған. Воронеж хореография училищеһын, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын һәм А.Я. Ваганова исемендәге рус балет академияһы аспирантураһын тамамлай, Павел Вирский һәм Михаил Годенко исемендәге ансамблдә балет артисы булып эшләй.
Уның талантын беренсе булып ул ваҡыттағы Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблдең художество етәксеһе Хашим Мостаев күрә. Ул моторҙар эшләүселәр һарайында сығыш яһаған 16 йәшлек егеткә ансамбль эргәһендәге әҙерлек студияһына уҡырға инергә тәҡдим итә. Унда Марат Кәримов Гүзәл Әсәҙуллина, Гүзәлиә Вәлитова, Рим Әбделмәнов кеүек билдәле сәнғәт әһелдәре менән таныша һәм 1972 йылда профессиональ карьераһы башлай.
Марат Әғләм улы 30 йылдан ашыу Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында бер нисә быуын артистарҙы уҡытып сығара. Уның уҡыусылары Рәсәйҙе һәм башҡа илдәрҙе яулай, бөгөн Ғәскәров исемендәге ансамбленең күпселек артистары Һәм төп солистары — Марат Әғләм улының уҡыусылары.
Марат Кәримов, балетмейстер булараҡ, ансамблдең репертуарын «Һалдат сюитаһы», «Берлин күперендә», «Яҙ көйҙәре» («Әминә»), «Диңгеҙ пехотасылары» һәм «Салауат» бейеүҙәре менән тулыландыра.
Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ