Рәсәй сәхнәһенең иң үҙенсәлекле рок йондоҙо, башҡорт ҡыҙы Земфира 2016 йылдың февраль айында Өфөлә концерт ҡуясаҡ.
«Бәләкәй кеше» тип исемләнгән яңы концерт турының 23 февралгә билдәләнеүе хаҡында йырсының рәсми сайтында яҙылған.
Һуңғы тапҡыр йырсы Өфөлә 2013 йылда Ҡала көнөндә сығыш яһағайны.
Уның ижады бөгөн яңы һулыш кисерә, ә репертуары бөгөн яңы йырҙар менән тулы һәм фанаттарҙы ҡыуандырырлыҡ яҡшы яңылыҡтар ҙа байтаҡ.
Иң тәүҙә йырсының концерты Омск ҡалаһында, 4 февралдә буласаҡ һәм Мәскәү ҡалаһында «Олимпия» спорт комплексында 1 апрелдә тамамланасаҡ.