Билдәле шағир, бихисап йырҙар авторы Миҙхәт Әбделмәновтың ижад кисәһе үтте

Билдәле шағир, бихисап йырҙар авторы Миҙхәт Әбделмәновтың ижад кисәһе үтте

Башҡортостан Яҙыусылар союзында билдәле шағир, бихисап йырҙар авторы Миҙхәт Әбделмәновтың ижад кисәһе үтте.

Сараға уның ижадташ дуҫтары, шиғриәт һөйөүселәр, баш ҡалабыҙҙың юғары уҡыу йорто студенттары килгәйне. Ижад кисәһен үҙ сығышы менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев асып ебәрҙе. Һуңынан шағирҙың бай тәжрибәле тормош юлы тураһында бәйән ителде.

Ғүмер буйы төҙөлөш өлкәһендә эшләгән Миҙхәт ағай Әбделмәнов һәр ваҡыт шиғриәткә һәм йыр-моңға ғашиҡ булып йәшәгән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, күренекле сатирик шағир Марсель Сәлимов, билдәле шағирҙар Риф Мифтахов, Рәмил Сурағол, йәш шағир Нурлан Ғәниев һәм башҡалар Миҙхәт ағайҙың шағирҙарға ғына хас киң күңеллелеген һәм ихласлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ижад кисәһен танылған шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина алып барҙы. Әлбиттә, бындай сара йыр-моңһоҙ үтәме ни: танылған йырсылар быйыл 75 йәшен билдәләгән шағирҙың һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарын бүләк итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb