Билдәле шағир Роберт Миңнуллин 70 йәшен билдәләй

Билдәле шағир Роберт Миңнуллин 70 йәшен билдәләй

1 август көнө билдәле шағир, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстандың  халыҡ шағиры Миңнуллин Роберт Мөғәллим 70 йәшлек юбилейын билдәләне.

Роберт Миңнуллин-Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе,Татарстандың Ғабдулла Туҡай  һәм Муса Йәлил  исемендәге дәүләт премиялары, шулай уҡ А. Алиш, Ф. Кәрим, Г. Локке, Н. Нәжми, Ҡ. Насыри исемендәре әҙәби премиялар лауреаты.

Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин 1948 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Илеш районындағы Нәжәде ауылында тыуа. Бер йылдан һуң уларҙың ғаиләһе Ҡыпсаҡ ауылына күсеп килә. Атаһы Мөғәллим унда бер нисә йыл эшләгәндән һуң үҙенең тыуған ауылы Шәммәткә ҡайтып төпләнә. Шунда башланғыс мәктәптә уҡый. Бишенсе кластан алып Аҡкүҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә йөрөп уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә барып сауҙа-кулинария училищеһына уҡырға инә. Бер нисә айҙан тыуған ауылына ҡайтып китапханала, артабан колхозда эшләй. Икенсе йылды район үҙәгендә – Үрге Йәркәй мәктәбендә уҡып ала. Урта мәктәпте Ҡарабаш ауылында тамамлай.

Мәктәптән һуң ике йыл Илеш районының «Маяҡ» район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ижад менән ныҡлап шөғөлләнеүе лә шул йылдарға тура килә. Мәктәптә уҡығанда уҡ «Башҡортостан пионеры» журналында, «Маяҡ» гәзитендә беренсе шиғырҙарын баҫтырған Роберт әҙәбиәт менән ысынлап ҡыҙыҡһына башлай. Гәзиткә мәҡәләләр яҙыу менән бер рәттән шиғырҙар ҙа яҙа. Улар бер-бер артлы «Маяҡ», «Ленинсы», «Ҡыҙыл таң» гәзиттәрендә баҫыла.

Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡып йөрөгән сағында уҡ Роберт Миңнуллин талантлы йәш шағир булып таныла. «Татарстан йәштәре», «Социалистик Татарстан» газеталарында, «Казан утлары» журналында, «Иҙел» альманахында шиғырҙары күренә башлай.

Университетты тамамлағандан һуң Роберт Миңнуллин «Йәш ленинсы» гәзитендә эшләй башлай, балалар донъяһы менән яҡындан таныша. Һәм, лирик шиғырҙар менән бер рәттән, балалар өсөн дә беренсе шиғырҙарын яҙып ҡарай.

Ун йыл дауамында Татарстан телевидениеһында «Шиғри тәлгәштәр» исемле тапшырыуҙар циклы ойоштора. «Аҡбай цирк ҡарай» (1978), «Ете ағай тай егә» (1980), «Айға остоҡ» (1982) исемле балалар китаптары һәм телевидениенан әҙәбиәтте әүҙем пропагандалағаны өсөн 1982 йылда Р.Миңнуллин М.Йәлил исемендәге Татарстан республикаһы премияһына лайыҡ була.

Роберт Миңнуллиндың өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә китаптары етерлек, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа байтаҡ.

Роберт Миңнуллиндың балаларға атап яҙған бер генә китабы ла йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, «Беҙҙең ауыл зоопаркы» (1988), «Энекәш кәрәк миңа» (1990) исемле китаптары Татарстан республикаһы конкурстарында беренсе урындарҙы яулай. «Донъялағы иң ҙур алма» (1992) исемле китабы өсөн шағир халыҡ-ара әҙәби бүләккә – Г.-Х.Андерсен исемендәге Почетлы Дипломға лайыҡ булды. Исеме атаҡлы әкиәтсенең Почетлы исемлегенә индерелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb