Билдәле шағир Рәмил Сурағолға - 60 йәш

Билдәле шағир Рәмил Сурағолға - 60 йәш

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, меңдән ашыу йырҙар авторы, шағир Рәмил Сурағол 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Уның йырҙары бөгөн Башҡортостандан алыҫ ерҙәрҙә лә яңғырай.

Рәмил Мотаһар улы Сурағолов 1962 йылдың 16 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский эшселәр ҡасабаһында тыуған.

«Әсәйем Мәскәүҙә Плеханов исемендәге халыҡ хужалығы институтын тамамлаған, атайым өс институт дипломына эйә булды, ете сит телде белә ине. Улар даими рәүештә командировкала була торғайны, шуға күрә мин ауылда Вәсилә нәнәйемдә (әсәйемдең әсәһе) үҫтем. Ул бик күп халыҡ әкиәттәрен, риүәйәттәрен, дастандарын белгән диндар кеше ине. Минең өсөн ул ижад донъяһында юл күрһәтеүсе булды, нәнәйем рухи үҫешемә булышлыҡ итте. Ырыуым дворян-тархандарҙан барлыҡҡа килә, ата-бабаларым муллалар, мөғәллимдәр, Ҡөрьән-хафиздар (изге китапты яттан белгән) булған»,- тип һөйләй Рәмил Сурағол бала сағы тураһында.

Һигеҙенсе кластан һуң Өфө автотранспорт техникумына уҡырға инә, һөнәр ала. Артабан «Башавторемонт» производство берекмәһендә, «Башавтотранс», Өфөнөң Ленин районы хакимиәте торлаҡ хужалығы тресында инженер, өлкән инженер булып эшләй.

1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай. "Толпар" (әҙәби хәҙмәткәр), “Аманат” журналдарында, «Өмөт», «Азатлык нуры», «Атна» гәзиттәрендә, «Саяр» театрында төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй. 2004 йылдан — Өфө ҡалаһындағы «Сурағол» нәшриәт йортоноң генераль директоры (Өфө).

Сәнғәткә индергән өлөшө өсөн «Гәлсәр һандуғас», «Алтын барыҫ» премиялары менән бүләкләнә. Ауылындағы бер урам Рәмил Сурағолов исемен йөрөтә.

2021 йылда Рәмил Сурағолға Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге әҙәби премияһы бирелде.

"Башҡортостандың мәҙәни мөхите" интернет-порталы Рәмил Мотаһар улын күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлай һәм яңы ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләй. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb