Билдәле шағир, журналистика ветераны Әхмәҙин Әфтәхтең 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте

Билдәле шағир, журналистика ветераны Әхмәҙин Әфтәхтең 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте

Белорет районының Абҙаҡ ауылы Мәҙәниәт йортонда  билдәле шағир, журналистика ветераны Әхмәҙин Әфтәхтең 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте.
Сарала  Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, Ѳфѳнән килгән ҡунаҡтар: Яҙыусылар берлеге рәйесе, әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе, журналист Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, шағирә, тәржемәсе, журналист Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғѳбәйҙуллина һәм шағир, прозаик Зѳфәр Зәки улы Вәлитов ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Шулай уҡ райондың "Урал" гәзите хеҙмәткәрҙәрҙәре, Белорет "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, Абзаҡ ауылы хакимиәте башлығы Салауат Хәмзә улы Мѳхәмәҙиев, мәктәп директоры Гѳлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина, шағирҙың уҡытыусылары, класташтары, туғандары сәхнә түренә менеп хәтирәләре менән уртаҡлашты, изге теләктәрен теләне.

Сара мәктәп уҡыусыларының, уҡытыусыларының һәм Абҙаҡ ауылы ағинәйҙәренең концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb