Билдәле шағир һәм журналист Салауат Әбүзәров «Республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

Билдәле шағир һәм журналист Салауат Әбүзәров «Республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

 «Башҡортостан» гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире, билдәле шағир, яҙыусы һәм журналист Салауат Әбүзәров  «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Маҡтаулы исем юғары һөнәри оҫталыҡ һәм матбуғат өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн тапшырылды.

Салауат Нәзир улы Әбүзәров 1967 йылдың 29 ғинуарында Ғафури районы Ташаҫты ауылында тыуған. Имәндәш урта мәктәбен тамамлаған. СССР Дәүләт Именлеге Комитетының Сик буйы ғәскәрҙәре составында илебеҙҙең Алыҫ Көнсығышында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Ғафури районы мәктәптәбендә балалар уҡыта. Аҙаҡтан Өфөгә килеп, «Башҡортостан» гәзите, «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдары редакцияһында эшләй, әлеге көндә «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире.

Мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа башлаған Салауат Әбүзәров әҙәбиәткә ныҡлап уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында килә. Үҙенең «Еремә йыр» (1990) исемле тәүге шиғри йыйынтығы менән үк ул уҡыусылар иғтибарын йәлеп итә, ә 1995 йылда ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Әүҙем ижад итеп, ул артабан бер-бер артлы тағы ла өс китап сығара: «Ыҙғыш алмаһы» (2002), «Туғыҙынсы тулҡын» (2004) һәм «Йыһан емеше» (2009).

Шиғриәт менән бер рәттән Салауат Әбүзәров драматургия жанрында ла үҙен өлгөргән әҙип итеп танытты. 1996 йылда уның тәүге драма әҫәрен яҡташтары — Ғафури районының «Ҡаран» халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре сәхнәләштерһә, алдағы тиҫтә йылда өмөтлө драматургтың пьесалары билдәле театрҙар репертуарында ныҡлы урын алды. Был йәһәттән уның «Хыялый» лирик комедияһын тәү сиратта билдәләргә кәрәк. Был әҫәр Башҡортостандың төп сәхнәһе булған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры менән бер рәттән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театры һәм Татарстандың Яр Саллы татар дәүләт театрҙарында ҙур уңыш менән ҡуйылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb