Бөгөн билдәле шағирә һәм прозаик Булгакова Дилә Хәмзә ҡыҙына 80 йәш тулды. Дилә Хәмзә ҡыҙы Булгакова 1937 йылдың 11 июлендә Ҡырмыҫҡалы районының Боҙаяҙ ауылында тыуған. Етенсе класты бөткәндән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында урта мәктәпте, Өфөлә медицина училищеһын тамамлай. Хеҙмәт юлын Салауат химия комбинатының санитар часында шәфҡәт туташы булып башлай. Артабан Башҡортостан Эске эштәр министрлығына ҡараған дауалау учреждениеларына күсерелә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә утыҙ ете йыл ғүмерен бирә.
Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арнаған ижадсының әҫәрҙәре халыҡ араһында киң танылыу ала, шиғырҙары көйҙәргә һалына.
«Илһам» тигәне шул булалыр инде, - ти билдәле шағирә, прозаик Дилә Булгакова. Ижад даръяһында ул бөгөн дә балыҡтай йөҙә. 80 йәшлек юбилейын ҡаршылаусы ханымдың тормош девизы ябай - һүҙҙәр донъяһын байҡап сығып, меңдәрсә кеше йөрәгенә йылылыҡ өҫтәү. Төрлө милләт халҡын берләштәргән республикала йәшәүе менән дә үҙен бәхетле һанай тәбиғәткә ғашиҡ ижадсы.
Тыуған ерем, халҡым тип янып-көйөп йәшәгән ҡәләм оҫтаһының проза әҫәрҙәре халыҡ күңелен тиҙ арбай. Дилә Булгакова ике тиҫтәнән ашыу китап авторы. Хикәйә-повестарында ул геройҙарының иң тәрән уй-кисерештәрен асып һалырға тырыша. Дини темаларға яҙылған шиғри йыйынтығы, мөхәббәт лирикаһы ла айырым иғтибарға лайыҡ.
Дилә Булгакова ике йөҙҙән ашыу йыр авторы ла. «Ҡыр ҡаҙҙары», «Үпкәләмә», «Зәңгәр күҙле ҡыҙға», «Устарыма һал һин, йөрәгемде» һәм башҡа шиғырҙарын композиторҙар, ижадташ дуҫтары оло сәхнәгә сығара.
Моңло, тәрән фәлсәфәле йырҙар яҙыу, әйтерһең дә, Дилә Хәмзә ҡыҙының ҡанында. Шулай ҙа ул бер ҡасан да гонорарҙар артынан ҡыумай, шиғри әҫәрҙәрен, тәү сиратта, уҡыусылары өсөн аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә, артабан хистәргә бай һүҙҙәр ноталарға һалына. Күркәм юбилейын ҡаршылаусы әҙибәне ҡәләмдәштәре лә ҡояшҡа тиңләй.
Дилә Булгакова бала саҡта рәссам булырға хыяллана, ижадҡа һөйөүе уны шиғриәт, проза донъяһына алып килә. Өй тулы картиналар, китаптар һәм ҡул эштәре. Хаҡлы ялдамын тип тик ултырмай ул. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Юбилей кисәһен әҙибә көҙгә үткәрергә йыйына.
Илһам донъям, ташлап китә күрмә, һинең менән йәшәйем, йәшмен мин. Йырҙар менән үлеп терелгән бар, йырҙар менән генә мин йәшмен мин.