Билдәле сәнғәт эшмәкәре Әлмира Йәнбухтина арабыҙҙан китте

Билдәле сәнғәт эшмәкәре Әлмира Йәнбухтина арабыҙҙан китте

81 йәшендә сәнғәт фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәнбухтина Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы арабыҙҙан китте.

Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы Йәнбухтина 1938 йылдың 28 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. Әлмира Ғәйнулла ҡыҙының бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Бүздәк районының Ҡаран ауылында әсәһе яғынан өләсәһе йортонда йәшәй.

Әлмираға һөнәр һайлауҙа туғаны Людмила Васильевна Казанскаяның ҙур роль уйнай. Өфөлә Людмила Васильевна Ленинград университетында сәнғәт тарихы һәм теорияһы буйынса һөнәр алған Өфөнөң беренсе профессиональ белгесе була. Ул оҙаҡ йылдар буйына М. В. Нестеров исемендәге сәнғәт музейында экспонаттарҙы һаҡлаусы булып эшләй. Әлмира йыш ҡына был музейға килеп йөрөй.

Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы 1960 йылда Сәнғәт академияһының И. Е. Репин исемендәге сәнғәт институтының көндөҙгө сәнғәт бүлегенә уҡырға инә. Шул уҡ йылда уның әсәһе вафат була. Етем ҡалған ҡыҙ, Ленинград ҡалаһындағы ятаҡта үҙенең стипендияһына йәшәй. Академияла уҡыған сағында СССР художество академияһы президенты В. А. Серовҡа сәнғәт фәне докторы дәрәжәһен биреүгә ҡаршы студенттарҙың болаһында ҡатнаша. Бының һөҙөмтәһендә ул институттан сығарыла яҙа, әммә тотҡарлыҡтар дипломды бер йыл һуң алыу менән генә тамамлана.

Санкт-Петербургтың И. Е. Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтын ул 1966 йылда уңышлы тамамлай, һуңғараҡ Мәскәү Нәфис сәнәғәт ғилми-тикшеренеү институтында аспирантура тамамлай.

Йәнбухтина Ә. тикшеренеү эшмәкәрлегенең икенсе ҙур темаһы — Өфө ижади мәктәбенә нигеҙ һалыусы, үҙе белгән А. Э. Тюлькиндың һәм уның уҡыусыларының, таныш рәссамдарының пейзаж төҫлө сәнғәтен өйрәнеү була. 1969 йылда ул ошо темаға «Творчество» журналында, 1970 йылда — «Урал» журналында мәҡәлә яҙып сығара. 1975 йылда Ленинградта А. Тюлькин ижадына арналған монографияһы сыға. 1977 йылда «Сәнғәт» журналында — «Рәссам һәм педагог» мәҡәләһе баҫыла. «А. Э. Тюлькин — рәссам-уҡытыусы һәм уның уҡыусылары» темаһының яңы ҡырҙарын асыуын дауам итә.

Күп йылдар буйына А. Э. Тюлькин ижадын өйрәнеү, уны осорҙарға бүлеп, рәссамдың төп әҫәрҙәрен анализлау һөҙөмтәһе булып, Өфө сәнғәт оҫтаһының Ватан сәнғәте тарихы системаһын үҫтереүгә индергән өлөшө, баш ҡала ғына түгел, ә провинция ла сәнғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын иҫбатлай, унда сағыу исемдәрҙең барлыҡҡа килеүен танытыу тора.

Оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының милли мәҙәниәт институтында эшләй.

Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы -Башҡортостан сәнғәте, Башҡортостан рәссамдары тарихы буйынса күп һанлы китаптар, монографиялар, мәҡәләләр һәм альбомдар авторы, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренә этнографик экспедицияларҙа башҡорт халҡының көнкүрешен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсаты менән ҡатнаша.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb