Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәк ССР-ы, Серов станцияһы ҡасабаһында тыуған.Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбен тамамлай.1962—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1967—1970 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһынан һуң кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.
Тимерғәли Килмөхәмәтовтың фәнни хеҙмәттәре башҡорт драматургияһының поэтикаһын өйрәнеүгә, әҙәбиәт ғилеме методологияһына, әҙәби портреттар ижад итеүгә арналған. «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе; 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
«Күк тояҡҡай» (1972), «Хаҡлыҡ үлмәй» (1991), «Йәнкиҫәк» (2001) йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестары замандаштарының рухи донъяһына иғтибар итеүе, психологизм, тел байлығы тасуирлығы менән айырылып тора.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре: Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2010), Мөхәмәтсәли Өмөтбаев исемендәге премия (Ҡырмыҫҡалы районы) лауреаты (2005), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Почёт грамотаһы (1992).
Уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, ғөмүмән, уны яҡшы белгән замандаштары тәрән белемле, киң эрудитлы, талапсан, шул уҡ ваҡытта ихлас уҡытыусы булараҡ хөрмәт итә. Ә китап уҡыусылары Тимерғәле Килмөхәмәтов исемен телгә алғанда хикәйә, повестар оҫтаһы булған яҙыусы-прозаик итеп күҙ алдына баҫтыра. Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре уны, журналистар әҙерләүсе, үҙҙәренең остазы тип һанай.
Фән донъяһында ул эшһөйәр ғалим, танылған әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе булараҡ та таныш. Әйткәндәй, күптән түгел Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театры «Йәнкиҫәк» хикәйәһен сәхнәләштереп Тимерғәле Әбделғәлим улын драматург булараҡ танытты.