Билдәле яҙыусы Рәшит Низамов арабыҙҙан китте

Билдәле яҙыусы Рәшит Низамов арабыҙҙан китте

9 июндә билдәле яҙыусы БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты Рәшит Зыяфетдин улы Низамов (Рәшит Уңғар)  вафат булды.

Рәшит Зыяфетдин улы 1935 йылдың 15 ноябренда Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған. Башланғыс белемде Бишауыл-Уңғар ауылында ала. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып, әсәһе сирләп вафат булғас, Өфө ҡалаһының 5-се һанлы балалар йортонда тәрбиәләнә, 1-се һанлы Башҡорт республика интернат-гимназияһында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡый. Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын 1958 йылда тамамлай. 1

958 йылдан 1967 йылға тиклем "Ленинец" гәзите хеҙмәткәре, 1967 йылдан 1978 йылға хәтлем "Башҡортостан пионеры" газетаһының бүлеге мөдире, 1978 йылдан 1983 йылға тиклем "Совет Башҡортостаны" гәзите бүлеге мөдире, 1983 йылдан 1991 йылға тиклем "Ваш Собеседник" журналы хеҙмәткәре, 1991 йылдан 2012 йылға тиклем БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты.

Ышаныс" исемле тәүге китабы 1971 йылда сыға. Балалар өсөн яҙылған хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары "Батырлыҡ дәресе" 1984 йылда, "Вәғәҙәң ант булһын" 1988 йылда, "Танып ҡыҙы" 2003 йылда баҫылып сыға. 1996 йылда "Тәңре Улының Шишмәһе", 2007 йылда "Изге фарман" тарихи романдары донъя күрә. 2009 йылда сыҡҡан "Ил яҙмышы, заман һулышы" китабын төҙөүселәрҙең һәм мөхәррирҙәренең береһе. Хикәйәләр һәм әкиәт һыйҙырған "Һине көтә Йырлыбаш" 1993 йылда, 2 томда сыҡҡан һайланма әҫәрҙәре 2010-2012 йылдарҙа, "Аманат ҡылысы" тип аталған повестар йыйынтығы 2015 йылда нәшер ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb