Билдәле яҙыусы Тайфур Сәғитов арабыҙҙан китте

Билдәле яҙыусы Тайфур  Сәғитов  арабыҙҙан китте

Оҙаҡ ауырығандан һуң билдәле яҙыусы һәм журналист, күп роман һәм повестар авторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Чекмарев исемендәге әҙәби премия лауреаты Сәғитов Тайфур Барый улы вафат булды.  

Тайфур Барый улы Сәғитов 1936 йылдың 15 мартында Белорет районы Аҙнағол ауылында тыуған.

Шунда башланғыс мәктәпте, аҙаҡ Сермән мәктәбендә уҡый. Урта мәктәпте тамамлағас, уны «Белорецкий рабочий» гәзитенә эшкә саҡыралар. Аҙаҡ «Ленинсы» гәзитендә корректор, тәржемәсе, әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1958 йылда БДУ-ға уҡырға керә. 1964—66 йылдарҙа «Белорецкий рабочий», «Урал» гәзиттәрендә эшләй. 1967 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эш башлай.

Башҡорт һәм рус телдәрендә 21 китабы баҫылып сыҡты.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb