Билдәле яҙыусы, төртмә тел оҫтаһы Марат Әминевтың өр-яңы китабы донъя күрҙе. “Фатиха” тип аталған был китапҡа авторҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм иң шәп юморескалары тупланған.
Әҙиптең 50 йәшлек юбилейы уңайы менән сығарылған йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр уҡыусыны берсә уйландырып, фәһем алырға әйҙәр, берсә ихлас көлдөрөр, күңелен күтәрер.
Баҫманы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең фирма магазинынан һатып ала алаһығыҙ. Шулай уҡ күмәртәләп алыу өсөн авторға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге лә бар.