Билдәле яҙыусы һәм драматург Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Бетеү» исемле китабы донъя күрҙе

Билдәле яҙыусы һәм драматург Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Бетеү» исемле китабы донъя күрҙе

Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә билдәле яҙыусы һәм драматург Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Бетеү»исемле китабы баҫылып сыҡты.

Йыйынтыҡҡа авторҙың «Бетеү», «Иблис», «Һаумы, атай!», «Әүермән» повестары, «Үкенесем генә…», «Йәмле йәйҙәр етер инде…», «Һыуынған табын», «Алтын сәғәт» һ.б. хикәйәләре, «Йәшәү менән үлем араһы», «Үҙемә яңы донъя астым» һ.б. эсселары тупланды.

Яҙыусы үҙенең фәлсәфәүи эссе һәм повестарында, хикәйәләрендә йәшәү һәм үлем, изгелек һәм яуызлыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләргә мөрәжәғәт итә. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb