Билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның «Әҫәрҙәр» китабы донъя күрҙе

Билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның «Әҫәрҙәр» китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә журналист, яҙыусы, халҡыбыҙҙың олуғ шәхесе, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның «Әҫәрҙәр» исемле яңы китабы донъя күрҙе. Китаптың I томына әҙибәнең «Һүнмәҫ нурҙар», «Шишмә», «Аҡбалыҡ» повестары тупланды.
Яҙыусы киләсәк быуын яҙмышы өсөн борсола һәм шуға ла әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын күтәрә. Шишмәләрҙең сафлығын, тулылығын һаҡлау – повестарҙың төп идея-тематикаһын тәшкил итә. Шишмә – символик образ. Ул һәр нәмәнең башланғысы тигән төшөнсәне аңлата. Һыу башы, тел, ил, халыҡ яҙмышы башланғысы, һөйөү, мөхәббәт хистәре яралыуы.
«Минең өсөн әҙәби әҫәр – ул кешенең тойғоһона, күңеленә нәфис һүҙ менән тәьҫир итеү ысулы. Кеше әҙәби әҫәрҙе ысын тормош, ә геройҙарҙы үҙе менән бергә йәшәгән, бергә аралашып йөрөгән замандаштары йәки үткәндә йәшәгән күңеленә яҡын кешеһендәй ҡабул итә. Геройҙар аша кеше күңелен яулау еңелерәк, әйтер фекерең үтемлерәк» - ти яҙыусы.
Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb