Билдәле яҙыусы һәм журналист Марат Әминев күркәм юбилейын билдәләй

Билдәле яҙыусы һәм журналист Марат Әминев күркәм юбилейын билдәләй

Билдәле яҙыусы һәм журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Марат Әминевтың тыуған яғында – Ғафури районында уның 50 йәшлек юбилейына арналған саралар үтте.

 Был осрашыуҙарҙа Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағир Рәшит Зәйнуллин, юбилярҙың ағайы – билдәле прозаик Әмир Әминев, бөтә Рәсәй буйынса танылған сатира һәм юмор оҫтаһы Марсель Сәлимов ҡатнашты.

Тәүҙә әҙипте Юлыҡ ауылының урта мәктәбендә тәбрикләнеләр. Яҙыусы күрше Һабай ауылынан тап ошонда йөрөп белем алған. Осрашыуҙа Марат Мөхәммәт улының ауылдаштары, уҡытыусылары, класташтары сығыш яһаны. Улар яҙыусының бала сағы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, уға үҙҙәренең ихлас теләктәрен еткерҙе.

 Билдәле яҙыусы Әмир Әминев ҡустыһының бала сағы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Баҡһаң, тап уның йоғонтоһонда тарихсы булырға тейешле Марат ҡаурый ҡәләмгә тотона. “Бөгөн кинйәбеҙгә лә 50 йәш тулды. Был бер аҙ моңһоуландыра. Әммә Марат Мөхәммәт улы юбилейын халҡына файҙалы шәхес, танылған яҙыусы һәм журналист булып ҡаршылай – был күңелдә ғорурлыҡ тойғолары уята”, – тине Әмир Әминев.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb