Билдәле ҡатын-ҡыҙҙар тураһында «Яҙмышымда — «Башҡортостан ҡыҙы» китабы донъя күрҙе

Билдәле ҡатын-ҡыҙҙар тураһында «Яҙмышымда — «Башҡортостан ҡыҙы» китабы донъя күрҙе

Күптән түгел «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның «Яҙмышымда — «Башҡортостан ҡыҙы» китабы донъя күрҙе. Баҫма үҙ эсенә 14 очерк туплаған.

 «Китапта бизнес, сәнғәт, сәйәсәт, медицина, хоҡуҡ һаҡлау, әҙәбиәт кеүек өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр урын алған. Улар эштә лә, өйҙә лә өлгөр,  — тип яҙа автор.  —  Улар донъяла барған хәлдәр менән ҡыҙыҡһына, төҫ-ҡиәфәтен дә ҡайғырта, үткәндәргә ихтирам, киләсәккә өмөт менән йәшәй».

Китаптың геройҙары, билдәле шәхестәр— Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙ сенатор Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, шағирә, элекке баш мөхәррир Йомабикә Ильясова, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, элекке мәғариф министры Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Матбуғат һәм киң мәғлмәт саралары агентлығының баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге етәксеһе Фирҙәүес Әхмәтйәнова, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Тамара Искәндәриә-Юлдашева, Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова, медицина фәндәре докторы, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙар.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb