Кисә, 5 апрель көнө Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле әҙибә һәм яҙыусы, Жәлил Кейекбаев, Рамазан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева менән осрашыу үтте.
Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева 1947 йылдың 15 февралендә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1992 йылдан Сибай ҡалаһының мәктәп-интернатында, 1997-2002 йылдарҙа 13-сө башҡорт урта мәктәбендә эшләй.
Лира Яҡшыбаева проза өлкәһендә эшләй. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда ғалим-лингвист Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы лауреаты.
Лира Яҡшыбаева уҡыусыларға «Ауыл ҡатыны», «Сәйер бүләк», «Бөтәбеҙгә бер Ер шары», «Мөжәүир хәҙрәт», «Табын иле изгеләре», «Ғабдулла Сәйеди», «Зәйнулла ишан», «Әүлиәләр аманаты», «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш», «Вәрәҙекүл аҡсарлағы», «Ашҡаҙар вальсы», «Халҡыбыҙ изгеләре» китаптары аша таныш.
Гүзәл Багаева