Өфөлә «Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһы тапшырылды

Өфөлә «Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһы тапшырылды

"Тамыр" телеканалы үҫмерҙәренең яңы социаль проекты "Башҡортостан" концерт залында үтте. Тантаналы шарттарҙа ете номинацияла еңеүселәр тәбрикләнде. 137 егет һәм ҡыҙ араһынан "Бирешмә!" премияһына дәғүә итеүселәр араһынан лайыҡлы ете үҫмер сәхнәгә күтәрелде.

Йәштәрҙе ҡанатландырғыс һәм шәп премияны тәҡдим иткән "Бирешмә!" проектындағы егет һәм ҡыҙҙарҙың башланғысын, уй-ниәттәрен "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина күтәреп алған.

Сараға килеүсе тамашасыларға иһә "Бирешмә!" хештегы менән фотоға төшөп, төҫлө форматта иҫтәлеккә бүләк-фото алыу мөмкинлеге лә булды. Сәхнәнән тәмле торттар ҙа иң тоғро тамашасылар араһында уйнатылды. Фәһемле һәм иҫтә ҡалырлыҡ байрам тамашасыларға ла оҡшаған.

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Бирешмә!" премияһы был абруйлы баһаға лайыҡ булыусыларға киң офоҡтар асырға ярҙам итәсәк, ышаныс тыуҙырасаҡ. Байрам сараһы Беренсе үҫмер премияһы өсөн Миңзәлә Яхина тарафынан ижад ителгән "Ҡалдыр эҙеңде!" йыры менән тамамланды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb