«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Чехияның баш ҡалаһында «Прага буяуҙары» халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр фестивале тамамланды.
Республиканан «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы «Тамыр» телеканалының «Бирешмә!» төркөмөнә халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһау мөмкинлеге бирелде. Ҡыҙҙар һәм егеттәр «Йыр төркөмө» номинацияһында I дәрәжә лауреаты булды. Улар «Бирешмә!» һәм Зөһрә Бураҡаева һүҙҙәренә композитор Айҙар Хәмзиндың «Селпәрәмә» йырҙарын башҡарҙы.
Гәлсәр Байғусҡарова «Вокал. Соло» номинацияһында I урын яуланы. Уның конкурс программаһына Гөлнара Хәлфетдин һүҙҙәренә Айҙар Хәмзиндың «Ете ҡыҙ» һәм Джон Леннондың «Imagine» йырҙары инде. Жюри уның башҡарыуында айырым үткерлекте, эске көстө һәм үҙенсәлекте билдәләне.
Фестиваль Чехия Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында йыл һайын уҙғарыла. Был конкурс программаһында Ҡаҙағстандың, Грузияның, Арменияның, Словакияның, Эстонияның, Чехияның, Германияның, Финляндияның, Францияның, Рәсәйҙең коллективтары һәм солистары ҡатнашты. Фестиваль күп жанрлы. Йәш таланттар академия һәм халыҡ хорҙары, йыр ансамблдәре һәм солистары, бейеү ансамблдәре, халыҡ һәм классик бейеү солистары, ҡыллы, тынлы һәм халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре, фольклор коллективтары ярышты.