21 октябрҙә Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылында капиталь ремонттан һуң урындағы Мәҙәниәт йорто асылды. Ремонт эштәре «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль программаһы сиктәрендә башҡарылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мәҙәниәт йортонда ремонт эштәрен тамамлау тураһында үтенес менән ижади коллектив етәксеһе Инна Никифорова мөрәжәғәт итте.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов ауыл халҡын ҡотлап, әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Мәҙәниәт йәшәргә тейеш! Клуб ишеге бер ҡасан да ябылмаһын, һәм ул ошо ауылдың тартылыу һәм илһөйәрлек үҙәгенә әүерелер, тип ышанам, - тип билдәләне Илнур Мөхьянов.
2021 йылда «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыуға бюджеттан 3 658 200 һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға ҡыйыҡ, йылытыу системаһы ремонтланған, шулай уҡ тәҙрәләр өлөшләтә алмаштырылған.
2022 йылда бүленгән бюджет аҡсаһының суммаһы 7 268 250 һум тәшкил иткән. Шул аҡсаға бинаның фасады көпләнгән, нигеҙе нығытылған, тупһаһы ремонтланған, бинаның тышында металл конструкцияларын буяу эштәре башҡарылған. Эске биҙәкләү буйынса ҙур эш башҡарылған, электр системаһы үткәрелгән, санузел йыһазландырылған. Төҙөлөш эштәре исемлеге киң, ауыл клубы тамашасыларҙы яҡты тигеҙ стеналар, яңы түшәм һәм иҙән, тәҙрәләр һәм ишектәр менән ҡаршылаясаҡ. Бынан тыш, коляскала йөрөүсе инвалидтар өсөн электр күтәргесе ҡуйҙылар.
2023 йылда Берҙәм Рәсәй партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә махсус ҡорамалдар (тауыш, яҡтылыҡ, видеопроекция ҡорамалдары), костюмдар һәм йорт йыһаздары һатып алыу планлаштырыла.
баҫҡысы ул. «Мәҙәниәт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең төпкөл төбәгендә йәшәүселәрҙең илдең мәҙәни тормошонда ҡатнашыу мөмкинлеге киңәйҙе. Хәҙер уларҙың уңайлы мәҙәни ялы һәм аралашыу, ижади һәләттәрен үҫтереү, йәш һәләттәрҙе асыҡлау, оҙон ғүмерле булыу өсөн яңы мөмкинлектәре барлыҡҡа килде. Яңыртылған ауыл китапханаһы ла ауыл халҡы өсөн ваҡытты файҙалы уҙғарыу урынына әүереләсәк.