Бишбүләк районының"Мерчен" сыуаш халыҡ ансамбле 25 йыллығын билдәләй

Бишбүләк районының"Мерчен" сыуаш халыҡ ансамбле 25 йыллығын билдәләй

Бишбүләк районының"Мерчен" сыуаш ансамбле 25 йылын билдәләй.

"Мерчен" сыуаш халыҡ ансамбле етәксеһе Людмила Романова әйтеүенсә, тәүҙә боронғо баш кейемдәрен музейҙағыһына ҡарап өйрәнгән. Күберәк күндән яһаныҡ, һуңынан туҡымаға эшләйбеҙ. Таҫтамалдар ҡулланабыҙ. Формаһы буйынса төрлө була. Үҙебеҙгә уңайлап тегеп алабыҙ, ти ул.

Ижади төркөм сирек быуат эшләп килә. Юбилейына бәйле республика буйлап һәм ситтә лә концерттар ҡаралған. Ансамбль сыуаш халыҡ йырҙарын өйрәнә, әле репертуар байытыу менән мәшғүл.

Сыуаш милли кейемендә күбеһенсә ҡыҙыл, шулай уҡ йәшел, һары төҫтәр өҫтөнлөк итә. Биҙәктәргә айырым мәғәнә һалына- уларҙа берҙәмлек, татыулыҡ символдары бар.

Ә тәңкәләр, ысынлап та батша заманынан. Уларҙың беҙҙең көндәргә килеп етеүе үҙе бер тарих. Милли кейем өлгөләрендә урын алғансы утты-һыуҙы үткәндәр.

"Мерчен"- ынйы тигән мәғәнәне аңлата. Бишбүләк районының ғына түгел, республикабыҙҙың күп милләтле халҡының бер ынйыһы булып формалашҡан был ансамбль. Үткәндәрҙе һандыҡҡа бикләмәй, сәхнәгә сығара, йәштәргә өлгө күрһәтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb