Бишбүләктә “Масторавань морот” байрамы ойошторолдо

Бишбүләктә “Масторавань морот” байрамы ойошторолдо

Бишбүләк район Мәҙәниәт йорто майҙанында “Масторавань морот” — мордваларҙың мәҙәниәтен, традицияларын үҙ эсенә алған боронғо байрамы үтте. Бишбүләктәрҙән тыш, Федоровка районынан, күрше Ырымбур өлкәһенән килгән ижади коллективтарҙың сығыштары байрамға яңы йәм, биҙәк өҫтәне.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мордва милли-мәҙәниәт үҙәге рәйесе Юлия Герасимова һәм республика Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре ошондай йөкмәткеле сараларҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм телдәрҙе һаҡлауҙа әһәмиәтен билдәләне.

Ҡунаҡтар мордва кухняһы аҙыҡтарын тәмләне, тарихы менән яҡындан танышты, ижади коллективтарҙың сығышын ҡарап кинәнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb