«Бишек» проектына йомғаҡ яһалды

«Бишек» проектына йомғаҡ яһалды

«Тамыр» телеканалы Башҡорт теле йылына арнап «Әсә йөрәге» төбәк ойошмаһы менән берлектә «БИШЕК» бәйгеһе ойошторҙо. Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткереүҙә, туған телебеҙҙе үҫтереүҙә был проекттың әһәмиәте ҙур тип баһаланды. Был проект Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды.

Беренсе һәм икенсе номинацияла ҡатнашҡандар тере тауышта башҡарылған йырҙың видеоһын, ә өсөнсө номинацияла ҡатнашҡан оҫталар үҙ ҡулдары менән эшләгән бишек менән төшкән фотоларын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендәге «БИШЕК» төркөмөнә шәхси хәбәр итеп ебәрҙе.

Конкурсҡа 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителә. Билдәле этнографтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп балалы ата-әсәләрҙән торған баһалама ағзалары уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң финалға 24 ҡатнашыусыны һайлап алды. Кисә «Башҡортостан» концерт залында проектҡа йомғаҡ яһалды.

Конкурста еңеүселәрҙе өс номинацияла билдәләп үттеләр:

1. Бала башҡарған бишек йыры

2. Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры

3. Бишек эшләү оҫтаһы

Сараны биҙәп кескәй генә балалары менән бергә сәхнә йондоҙҙары ла сығыш яһаны. Пандемияға бәйле сикләүҙәр сәбәпле «Бишек» бәйгеһенең финалы тамашасыларһыҙ ойошторолодо, проекттың йомғаҡлау сығарылышын БСТ телеканалында 30 декабрҙә ҡарарға мөмкин буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb