Благовар районы Языков ауылы Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә йәш башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик повесы буйынса сәхнәләштерелгән «Ҡалдырма, әсәй!» спектакленең премьераһы булды. «Калейдоскоп» өлгөлө балалар театрында ҡатнашыусылар тамашасыларға балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең күңелһеҙ тарихын бәйән итте.
Спектаклдең төп геройы - Ильяс исемле етем малай. Ата-әсәһен юғалтыу уның өсөн яңы һынауға әйләнә - ул ауыр холоҡло балалар араһына барып эләгә. Уға иң мөһиме - мөхәббәт, яҡындарының мәрхәмәте етмәй. Уның урынына герой балалар йорто хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре яғынан да рәхимһеҙлек менән осраша. Шул уҡ ваҡытта пьеса оптимизм менән һуғарылған: Ильяс үҙ миҫалында, дөрөҫ маҡсат ҡуйғанда күп нәмәгә өлгәшеп булыуын дәлилләй.
Спектаклдә композиторҙар Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Эльмира Низамованың әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны.
Спектаклдең режиссеры - Альберт Яҡупов.
-Был бик тулҡынландырғыс тарих, ул бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Балалар, бәләкәс булыуҙарына ҡарамаҫтан, хәстәрлеккә һәм наҙға бик мохтаж етем балаларҙың хис-тойғоларын бик дөрөҫ һәм теүәл еткерә алды. Тамашасылар спектаклде ҡарауҙан ҙур ҡәнәғәтләнеү кисерҙе тип уйлайым, - тип фекере менән уртаҡлашты спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Альберт Яҡупов.