"Фольклориада йөрәге" сәхнәһендә Көньяҡ Америка иле "Калинка" рус халыҡ йырын башҡарҙы.
Сит ил вәкилдәре йырҙы махсус өйрәнгән. Фольклориаданы ҡабул итеүсе ил йырҙары һәм бейеүҙәре менән сығыш яһау – хужаларға ихтирам һәм рәхмәт билдәһе тигән ҡарашта улар.
Ансамбль сығышын рус телендә “Рәхмәт” тип яҙып йомғаҡланы.