Борай районында Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәр институтының Көньяҡ Урал археологик мираҫы бүлеге хеҙмәткәрҙәре VI быуатҡа ҡараған ҡурғандар тапҡан

Борай  районында Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәр институтының Көньяҡ Урал археологик мираҫы бүлеге хеҙмәткәрҙәре VI  быуатҡа ҡараған ҡурғандар тапҡан

Алтынсы быуатҡа ҡараған Борай районында ҡурғандар табылған. Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәре институтының Көньяҡ Урал археологик мираҫы бүлеге хеҙмәткәрҙәре проектты тормошҡа ашырыуға «Ватан тарихы» фондының ярты миллион һумлыҡ Грантын отто. Тәүге этапта проект авторҙары тарихҡа, археологияға арналған ҡыҙыҡлы лекциялар, семинарҙар ойошторһа, әлеге мәлдә Боҫтанай ауылы эргәһендә ҡаҙыу эштәре бара.

Археологик экспедиция барышында белгестәр ярайһы ғына табыштарға юлыға. Тимер киҫәктәре, көршәк ярсыҡтары, металдан эшләнгән биҙәүестәр - боронғо кеше һөйәктәре менән йәнәш ята. Тарихсылар фаразлауынса, Боҫтанай ауылында ҡәберлектәр ҡаҙыныу эштәрендә барышында табылған артефакттар беҙҙең эраның 6-сы быуатына ҡарай.

Р. Кузеев исемендәге этнология институтының көньяҡ урал археология мираҫын өйрәнеү бүлеге ғилми хеҙмәткәре Айнур Тузбәков әйтеүенсә, бында күпселек Бахмутино мәҙәниәте халыҡтары йәшәгән.6-7-8 быуатта. Әммә шуларҙың ареалы эсендә беҙ яңы бер ҡәберлек күрәбеҙ. Ул ҡәберлек Кушнаренко халҡы мәҙәниәте менән бәйле. Шуның өсөн беҙҙең өсөн ныҡ ҡыҙыҡлы, ти.

Ирекмәндәргә археологик экспедицияларҙа ҡатнашыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Милли йәштәр театры актеры Салауат Юлдашбаев яңы миҙгел асылғанға тиклем, эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып, тарих төпкөлөн барлай.

"Йәштәр ғилми мәктәбе" проекты сиктәрендә ойошторолған экспедицияла егерменән ашыу кеше ҡатнаша. Ике аҙна дауам итәсәк ҡаҙыныу эштәре йылдам бара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb