17-26 июлдә Борай районының Ваныш-Алпауыт ауылында III «Танып-Су» Бөтә Рәсәй этно-арт-симпозиумы үтте. Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан 23 рәссам 10 көн дауамында Тере Танып йылғаһы буйында йәшәгән халыҡтар мәҙәниәте, йолалары, тарихы менән танышты һәм картиналарын төшөрҙө. Уларҙың эштәрен «Танып - мәҙәниәттәр әйләнеше» күргәҙмәһе тәшкил итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, III «Танып-Су» Бөтә Рәсәй этно-арт-симпозиумы уҡытыусы һәм остаз йылына, Бәләкәй Ватандың файҙалы эштәре йылына арналған.