Борай районының "Танып-һыу" арт-галереяһында ҙур күргәҙмә асылды

Борай районының "Танып-һыу" арт-галереяһында ҙур күргәҙмә асылды

Борай районының «Танып-һыу» арт-галереяһында республиканың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды.

Күргәҙмәлә "Башҡорт-татар йорто", рәссам Айрат Ситдиҡовтың ижады, урындағы сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының эштәре тәҡдим ителгән.

Энтокүргәҙмә Нафиҡовтар ғаиләһе башланғысы менән ойошторолған. Изге эштән ғаиләнең иң яҡын дуҫтары ла ситтә ҡалмаған. Улар тарихи интерактивтың иң әүҙем ҡатнашыусылары.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, был күргәҙмә халыҡ йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ул шулай уҡ йәш быуында көнкүреш әйберҙәренә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.Борай оҫтаһы Айрат Ситдиҡовтың ижады күберәк ауыл тормошона арналған. Республиканың бер быуатлыҡ юбилейына арналған экскурсияны сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының эштәренән торған күргәҙмә тамамлай.

Әлегә йәш һәм танылған рәссамдар үҙ ижадын Башҡортостан урмандарын төшөрөүгә, гипстан төрлө хайуан һындары яһауға йүнәлткән.Өс йүнәлеште үҙ эсенә алған күргәҙмә апрель аҙағына тиклем дауам итә. Халыҡ уларҙы бушлай ҡарай ала.

Интерактив күргәҙмә халыҡтың иғтибарын үҙенсәлеклеге менән арбай. Һәр кем экспонаттарҙы тотоп ҡарау менән бер рәттән, төрлө эштәрҙе үҙаллы башҡара ала.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb