Борай район үҙәгендә 23 мартта Башҡортостан автономияһының Борай башҡорт кантонын һәм Борай башҡорт милли шураһын ойошторған шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Тарихи сарала Асҡын, Балтас, Бөрө, Благовещен, Ҡариҙел, Мишкә һәм Өфө районы башҡорттары ҡоролтайҙары ағзалары, ошо райондарҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, китапханасылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм Борай ауылы халҡы ҡатнашты.
Борай автономиялы кантонының 100 йыллығы менән борайҙарҙы Өфөнән килгән ҡунаҡтар: билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, Искәндәр Сәйетбатталов, Азат Ярмуллин, шағирә Лариса Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән аппарат етәксеһе Рөстәм Баянов ҡотланы.