11 июндә Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында ҙур сара – ауыл тарихы сығанаҡтарҙа сағылыш табыуына 255 йыл тулыуға арналған йыйын үтте. Ошо ауылда тыуып, төрлө тарафтарҙа йәшәгән ҡыпсаҡтар йыйылып, туған-тыумасаһы, нәҫел-ара туғандары менән осрашты, тамырҙарын барланы. Ауыл хакимиәте, халыҡ был байрамға ҙур ихласлыҡ менән ныҡлы әҙерләнгән, йорт-ҡура тирәһе ҡаралып, һәр кемдең ихатаһы тәртипкә килтерелгән, төҙөкләндерелгән.
Сараға әҙерлек барышында ауылдың тарихын, күренекле шәхестәрҙең хеҙмәт юлын, тормош тәжрибәһен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленде. Ауыл тарихына бағышланған китап нәшер ителде. Китап авторҙары мәғариф хеҙмәте ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мөнир Шәйхетдинов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Таһинур Бәҙертдинова тарихи мәғлүмәттәргә, халыҡтың ауыҙ-тел ижадына таянып ауыл тарихын сағылдырырға ынтылған.