Башҡортостан Республикаһының халыҡ ҡоралдары милли оркестры 28 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем Ҡазан ҡалаһында үткән «Донъя музыкаһы» Халыҡ-ара халыҡ ҡоралдарында башҡарыусыларҙың конкурсының "Оркестрҙар" номинацияһында Гран-при яуланы. Конкурс дистанциялы режимда уҙҙы.
Оркестрыбыҙ Евгений Чугаевтың «Эжен-батыр» композицияһын тәҡдим итте, ә автор үҙе думбырала уйнаны.
ипломдан тыш, жюри оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаевҡа «Иң яҡшы дирижёр» тигән махсус диплом тапшырҙы һәм педагогик оҫталығы, юғары профессионализмы, мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Оркестр солисы һәм композитор Евгений Чугаев та «Иң яҡшы автор эше өсөн» махсус дипломы менән бүләкләнде.
Оркестрҙы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!