БР Милли китапханала Миңһылыу Усманованың «Башҡортса дөрөҫ һөйләйек» китабының исем туйы үтте

БР Милли китапханала Миңһылыу Усманованың «Башҡортса дөрөҫ һөйләйек» китабының исем туйы үтте

19 февралдә Миңһылыу Усманованың «Башҡортса дөрөҫ һөйләйек» китабының исем туйына арналған сара үтте.

Китап Башкортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында, Башкортостан Республикаһының Милли музейы һәм Тыуған яҡты өйрәнеү ойошмаһы менән бергә нәшер ителде.

БР Әхмәт Зәки-Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән сарала БРБашҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Г. Ҡолһарина Г, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары М. Ғәзизов, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәт комплексы ғилми сәркәтибе К. Әһлиуллина, БР Милли архивының директор урынбаҫары Н. Сәлимов, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Н. Ғәниев, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәре Ф. Ғәзизова, шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттары һәм гимназия уҡытыусылары, БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Китап авторын һәм ҡатнашыусыларҙы БР Милли музейының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Альбина Ярмуллина тәбрикләп, Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан үткәрелгән сараның әһәмиәтле һәм мөһим булыуын билдәләп үтте.

Сара барышында башҡорт телен үҫтереүгә, уның ҡанундарын теүәл үтәргә, бигерәк тә киң мәғлүмәт сараларында дөрөҫ һөйләргә, яҙырға, төп эште мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында төплө белем биреүҙән башларға тигән фекерҙәр яңғыраны.

Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы башҡорт теленә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләгән, туған телебеҙ һағында торған Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙының ҙур хеҙмәтен баһалап, уға «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалын тапшырып үтте.

Филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы - илебеҙ киләсәге һәм телебеҙ яҙмышы өсөн борсолған тынғыһыҙ замандаштарыбыҙҙың береһе.

«Башҡортса дөрөҫ һөйләйек» китабы матбуғат, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, студенттар, уҡытыусылар, уҡыусылар өсөн практик ҡулланма булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb