БР Милли музейы "Музейға бүләккә" тип аталған акция уҙғара

БР Милли музейы "Музейға бүләккә" тип аталған акция уҙғара

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем "Музейға бүләккә" тип аталған акция уҙғара.

Теләгән кеше музей фондын тулыландырыуға өлөш индерә ала. Иң әүҙемдәргә бүләккә музейға йыллыҡ абонемент та биреләсәк.

Акцияның еңеүселәре 4 номинацияға тап килгән ҡомартҡылар буйынса билдәләнәсәк:

"Иң тәүге" - йәше буйынса боронғо экспонат;

"Ҡомартҡы-легенда" - ҡыҙыҡлы тарихлы экспонат;

 "Дәүер экспонаты" - үҙ заманын асыҡ кәүҙәләндергән экспонат;

 "Раритет"- иң уникаль экспонат.

Һөҙөмтәләр 18 май - "Музейҙар төнө"ндә билдәле буласаҡ.

Музейҙың адресы һәм телефоны: Өфө, Совет урамы, 14, 8 (347) 272-49-52.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb