БР Милли музейында 1920 йылғы 2-се Башҡорт уҡсылар полкының айырым башҡорт уҡсылар бригадаһы байрағы презентацияһы үтте

БР Милли музейында 1920 йылғы 2-се Башҡорт уҡсылар полкының айырым башҡорт уҡсылар бригадаһы байрағы презентацияһы үтте

26 октябрҙә БР Милли музейында тарихи уникаль экспонат – 1920 йылғы 2-се Башҡорт уҡсылар полкының айырым башҡорт уҡсылар бригадаһы байрағы презентацияһы үтте. 

Байраҡ БР атҡаҙанған төҙөүсеһе Филүс Хәмит улы Ишбулатовтың тырышлығы менән АҠШ-ғы шәхси коллекциянан һатып алынған. Ул 1919 йылда Петросоветта айырым батырлыҡ өсөн бирелгән була. 1920 йылдың апрелендә Башревком айырым байраҡтар әҙерләргә ҡуша һәм 1 майҙа бригада һәм 1-се кавалерия полкына тапшырырға ниәтләй. Әммә ул 27 майҙа ғына тапшырыла.

Әле БР Милли музейы фондында 1-се, 2-се башҡорт уҡсылар полкы һәм Петроград эшселәр советы һәм Ҡыҙыл әрме депутаттары байраҡтарынан тыш, 46 байраҡ һаҡлана.

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе Р. Н. Рәхимов фекеренсә, төп байраҡтар тапшырылғанса, башҡорт яугирҙәре рәсми булмаған байраҡтар файҙаланған. Шуларҙың береһе БР Милли музейында урынлаштырылды.

Байраҡ ике яҡлы: бер яғында ҡыҙыл туҡымаға социализм билдәһе төшкән айлы йондоҙ, икенсе яғында ҡалҡанлы ҡылыс һәм ат һүрәте, "Башҡортостан" һүҙенең ғәрәпсә яҙыуы.

Сараға килеүселәр байраҡтың табылыу тарихы менән бүлеште һәм бергәләп иҫтәлекле фотоға төштө.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb