БР милли музейында байрам программаһы була

БР милли музейында байрам программаһы була

БР милли музейы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә бағышлап махсус программа әҙерләгән.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы. Батырлыҡ һәм дан тарихына” исемле күргәҙмә данлыҡлы дивизияның һәм уның легендар командиры Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов менән таныштыра. Унда төп урынды Шайморатовтың “Алтын йондоҙ” миҙалы алып тора. Миҙалды 9 май – Еңеү көнөндә БР башлығы Радий Хәбиров музейға ғүмерлеккә һаҡларға тапшырҙы.

“Финанс тарих. Һуғыш, фронт йылдары” исемле күргәҙмә һуғыш осоронда Советтар Союзында, көнбайыш һәм көнсығыш Европа илдәрендә аҡса әйләнеше менән таныштыра.

“Суйын тылсымы” күргәҙмәһендә  төрлө осорҙағы Касли суйын әйберҙәрен күрергә була.

“Көмөш һоҫа. Башҡортостан милләттәренең туҡыусылыҡ сәнғәте” исемле күргәҙмә XIX һәм ХХ быуаттың беренсе сирегендәге туҡыусылыҡ сәнғәте өлгөләренән торған музей коллекцияһы менән таныштыра.

БР милли музейының социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә “Башҡортостан милләттәренең ғаилә ҡиммәттәре”, “Ныҡлы ғаилә – ныҡлы ил”, “Өй йылыһы” исемле видеоматериалдар ҡуйыласаҡ.

Шулай уҡ өй йылыһын һаҡлаусы ҡурсаҡ эшләү буйынса мастер-класс буласаҡ.

“Ныҡлы ғаилә – ныҡлы ил” тематик бүлегендә 59 йыл бергә ғүмер итеүсе Вадим һәм Роза Бүләковтар тураһында видеоролик ҡуйыла.

Башҡортостан халыҡтарының ғаилә ҡиммәтәре менән таныштырыусы видеопрезентацияны этнография залдарында ҡарарға була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb