Башҡортостан Республикаһының Милли музейы яңы күргәҙмәгә саҡыра. Ул тәбиғәттең әйләнешендә ҙур роль уйнаған бөжәктәр, үрмәксе, күбәләктәр донъяһы менән таныштыра.
“Микрокосмос. Бөжәктәр һәм үрмәкселәр” коллекцияһы энтомологтар, бөтә ғүмерен бөжәктәр донъяһын өйрәнеүгә арнаған биология фәндәре докторы Миһранов М.Ғ. һәм Герасимов С.В. архивынан килтерелде.