22 июнь - илдә Хәтер көнө.
Еңеүҙе яҡынайтҡан яугирҙәр, Башҡортостандың батыр ул-ҡыҙҙары, 1941-1945 йыл михнәттәре аша үткән олатай-өләсәйҙәр рухына Башҡортостан Республикаһының Милли музейы "Еңеү һалдаттары" исемле фотокүргәҙмә ойоштора.
Һәр ғаиләнең тарихында Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылған биттәр бар. Кемдәрҙәлер фронт фотолары, трофейҙар, фронт хаттары һаҡлана. 5 билдәле ойошма тырышлығы һәм Башҡортостандың исемле фоторәссамдары - Р. Баҙыҡов, Р. Килмәмәтов, С. Комкова, Р. Нафиҡов, Ю. Пичугина, Х. Сафина объективына эләккән кадрҙарҙан ижади яҡтан сағыу фотокүргәҙмә төҙөлдө.
Тарихи ваҡиғаларҙың үҙе, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының бөгөнгө тормошо, Еңеү көндәре күренештәре һеҙҙе тәъҫирләндермәй ҡалмаҫ.