БР Милли музейында йәш яҙыусы Заһиҙә Мусинаның ижадына бағышланған әҙәби кисә үтте

БР Милли музейында йәш яҙыусы Заһиҙә Мусинаның ижадына бағышланған әҙәби кисә үтте

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Шоңҡар», «Һәнәк - Вилы» республика журналдарының бүлек мөхәррире, Мостай Кәрим фонды ойошторған йәш әҙәбиәтселәр конкурсының Гран-при лауреаты Заһиҙә Муснаның ижадына бағышланған Әҙәби кисә үтте. Әҙәби кисәлә Заһиҙә Мусинаның яңы ғына «Шоңҡар» республика йәштәре журналында баҫылып сыҡҡан «Килен» повесы хаҡында һүҙ барҙы.

Был сарала танылған яҙыусы, журналист, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, танылған журналист һәм яҙыусы, «Шоңҡар» республика йәштәр журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов, «Шоңҡар» республика йәштәр журналының бүлек мөхәррире Рәзинә Урманшина ҡатнашты. Шулай уҡ сараға Өфө фән һәм технология университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары саҡырылды.

Әҙәби кисәне Башҡортостан Республикаһының Милли музейы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов тәбрикләү һүҙе менән асып ебәрҙе. Ул йәш яҙыусыға ижади уңыштар, аҡ юл теләне, Башҡортостан Республикаһының Милли музей менән бәйләнеште өҙмәй ижади проекттар менән сығырға өндәне.

Заһиҙә Мусина үҙенең тормош юлын, әҙәбиәт һәм ижад донъяһына нисек килеүен һөйләне. Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған «Килен» повесының төп геройы үҙенең әсәһенең яҙмышы хаҡында икәнлеген әйтеп үтте. Әҙәби кисәлә Заһиҙә Мусинаның «Алтынҡайым», «Атай еҫе» тип аталған видеороликтары күрһәтелде. Студенттар, саҡырылған ҡунаҡтар йәш яҙыусыға һорауҙар бирҙе, үҙҙәренең фекерҙәрен еткерҙе.

«Шоңҡар» республика йәштәре журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов Заһиҙә Мусинаның ижадына байҡау яһаны, «Килен» әҫәренең йәш яҙыусының тәүге күләмле әҫәре икәнен әйтеп үтте. Шулай уҡ яҙыусы бөгөнгө көндә ниндәй әҫәрҙәр кәрәклеге хаҡында Әҙәби кисә ҡунаҡтары менән әңгәмә алып барҙы. «Шоңҡар» республика йәштәре журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов «Килен» әҫәренең журналда баҫылыу тарихы менән таныштырҙы, Заһиҙәнең ижади уңыштарын барлап үтте һәм киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ, күләмлерәк, рухлы әҫәрҙәр яҙыуына ышаныс белдерҙе. «Шоңҡар» республика йәштәр журналының бүлек мөхәррире Рәзинә Урманшина «Килен» әҫәрен тәүгеләрҙән уҡып сығыуы хаҡында бәйән итте, Заһиҙә менән ижадташлыҡ итеүе, төрлө жанрҙарҙа бергә ижад итеүҙәре хаҡында һөйләп үтте.

Милли музейҙың ғилми хеҙмәткәре Гөлемеш Ҡылысова башҡорт халыҡ йырын башҡарып Әҙәби кисәне музыкаль яҡтан биҙәне. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Әҙәби кисәһе йылы, ижади мөхиттә уҙҙы.

Осрашыуҙан һуң Әҙәби кисәлә ҡатнашыусылар яҙыусылар менән бергә фотоға төштө, Башҡортостан Республикаһының Милли музейының күргәҙмә залдарын ҡараны.

Бындай Әҙәби кисәләр, ижади осрашыуҙар йәш быуын өсөн файҙалы. Уҡыусылар авторҙар менән осраша, уҙ фекерҙәрен еткерә, ижади процеста ҡатнаша. Яҙыусылар ҙа үҙенең аудиторияһын күрә, йүнәлешен билдәләй, уҡыусыларҙы борсоған темаларҙы билдәләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb