БР Милли музейында "Образдар донъяһында” исемле күргәҙмә асылды

БР Милли музейында "Образдар донъяһында” исемле күргәҙмә асылды

БР Милли музейында ошо көндәрҙә ”Образдар донъяһында” исемле рәссам Михаил Гладкихтың рәсемдәре күргәҙмәһе асылды. Михаил Гладких эштәренән тыш, музейҙағы күргәҙмә залында билдәһеҙ Өфө рассамдары, төрлө жанрҙарҙа төшөрөүселәр, уның уҡыусылары эштәре лә урынлашты.

Михаил Гладких эштәре фантазия уйыны, фәлсәфә, ике мәғәнә һаҡлаһа, йыйылма эштәр араһында пейзаж, натюрморт, портреттар өҫтөнлөк итә. Картиналар ябай түгел, ә тап фекерләү аҙығы бирә торғандарҙан.

Күргәҙмә БР Милли музейының 2-се ҡатында урынлашҡан. Ул сентябрь аҙағына тиклем дауам итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb