БР Милли симфоник оркестры башҡорт классиктарына бағышланған абонементын аса

БР Милли симфоник оркестры башҡорт классиктарына бағышланған абонементын аса

Иртәгә, 14 сентябрҙә, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры "Башҡорт классикаһының алтын биттәре" абонементын аса. Программала - Нариман Сабитовтың  Героик поэмаһы, "Айгөл иле" һәм "Яратам һине, тормош" балеттарынан сюиталары, Хөсәйен Әхмәтовтың "Урал батыр" картинаһы һәм Башҡорт лирик сюитаһы.

"Оркестрҙың баш дирижеры Дмитрий Крюков йәйге ялын музыкаль китапханала үткәрҙе һәм башҡорт композиторҙары ҡалдырған мираҫтан ысын һоҡланыуға килде. Милли моңдар менән тулыландырылған симфоник музыка: башҡорт халҡының эпосы, тыуған төйәгебеҙҙең матурлығы, республиканың сәскә атыуы тураһында хыялдар. Шулай итеп, тыңлаусыларҙы бала саҡтан уҡ күңелгә һеңгән һәм композиторҙар аша киң күләмле әҫәрҙәргә күскән иҫ киткес милли моңдар донъяһы менән таныштырыу ниәте барлыҡҡа килде, - тип һөйләнеләр оркестрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Концерт Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙа.

Абонементтың тәүге концертына билетты оркестрҙың сайтында алырға була: https://nsorb.com

Абонементтың барлыҡ концерттарына билеттар буйынса ошо һандарға шылтыратырға: 8 (347) 272-66-43 и 8 (917) 730-51-46.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb