БР Милли симфоник оркестры Заһир Исмәғилев иҫтәлегенә арналған концертта өс донъя премьераһын тәҡдим итте

БР Милли симфоник оркестры Заһир Исмәғилев иҫтәлегенә арналған концертта өс донъя премьераһын тәҡдим итте

10 февралдә Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры “Башҡорт классикаһының алтын биттәре” абонементы сиктәрендәге сираттағы концертын күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтең тыуыуына 105 йыл тулыуға бағышланы. Программала Заһир Ғарип улының билдәле әҫәрҙәре лә, бығаса бер ҡайҙа ла яңғырамағандары ла бар ине. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, оркестрҙың баш дирижеры Дмитрий Крюков дирижерлыҡ итте.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһендә уҙған был кистә өс донъя премьераһы: “Салауат” симфоник поэмаһы (уның партитураһы яңыраҡ Заһир Исмәғилев архивтарында табылған), Оркестр менән фортепиано өсөн концерт һәм «Байрам увертюраһы» яңғыраны.

Тыңлаусылар яратып өлгөргән әҫәрҙәренән Оркестр менән кларнет өсөн поэма, «Сыңрау торна» балетынан адажио (Л. Степанов менән берлектә ижад ителгән), «Салауат Юлаев», «Ағиҙел тулҡындары» операларынан өҙөктәр, «Ҡоҙаса», музыкаль комедияһына увертюра, «Россиянмын» кантатаһы, «Үлемһеҙлек» вокаль-симфоник поэмаһы башҡарылды.

БР Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин концертты киләһе быуындар өсөн ҡиммәтле фонд тип атаны.

“Беҙ төрлө илдәрҙең бөйөк классиктарының һәм башҡорт композиторҙарының музыкаһын айырып ҡарамайбыҙ, ул беҙҙең өсөн шундай уҡ ҡиммәтле. Оркестр, башҡа программаларға ҡарағанда, быныһына күберәк тә әҙерләнде, сөнки ноталарға бәйле һорауҙар бар ине. Проекттың күпселек өлөшөн Дмитрий Крюков башҡарҙы, уға Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берекмәһе рәйесе Ләйлә Исмәғилева һәм беҙҙең команда ярҙам итте. Күпселек ноталар яңынан йыйылды, сөнки партитуралар ҙа, тауыш яҙмалары ла юҡ ине, күп материал юғалған. Әҫәрҙәрҙе төрлө сығанаҡтарҙан йыйҙыҡ. Был ҙур эш булды, барыһына ла ҙур рәхмәт», - тине Артур Искәндәр улы.

Маэстро Дмитрий Крюков башҡорт композиторы музыкаһында глобаль мөмкинлектәр күреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Заһир Исмәғилевтең ижады аҙ өйрәнелгән. Китапханала уның 60-ҡа яҡын әҫәре бар, уларҙы оркестрға һалырға кәрәк. Ул саҡта  Заһир Исмәғилевтең ижады һәр төрлө илдә ҙур тәьҫир ҡалдырасаҡ, исеме донъя классиры менән бер рәттә яңғыраясаҡ», - тип тәьҫораттары менән уртлашты Дмитрий Сергеевич.

Иҫтәлекле концертта Башҡортостандың Т.Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижеры - Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алһыу Хәсбиуллина) ҡатнашты. Солистар булып танылған сәхнә оҫталары – Башҡортостандың халыҡ артисы Диләрә Иҙрисова (сопрано), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин (кларнет), Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Шәүрә Сәғитова (фортепиано), халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары Иҙел Аралбаев (тенор), Артур Шәрипов (баритон) сығыш яһаны.

Концерттың яҙмаһын Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының Ютюб-каналында ҡарарға мөмкин.

11 майҙа Заһир Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһына увертюраһы Мәскәү дәүләт консерваторияһының легендар Ҙур залы сәхнәһендә яңғыраясаҡ: БР Милли симфоник оркестры үҙенең яңғыҙ программаһында уны бөйөк рус композиторҙары Сергей Прокофьев һәм Петр Чайковскийҙың әҫәрҙәре менән бер рәттән башҡара.

Нурзиә Хәсәнова.

БР Милли симфоник оркестры Заһир Исмәғилев иҫтәлегенә арналған концертта өс донъя премьераһын тәҡдим итте
БР Милли симфоник оркестры Заһир Исмәғилев иҫтәлегенә арналған концертта өс донъя премьераһын тәҡдим итте
БР Милли симфоник оркестры Заһир Исмәғилев иҫтәлегенә арналған концертта өс донъя премьераһын тәҡдим итте
БР Милли симфоник оркестры Заһир Исмәғилев иҫтәлегенә арналған концертта өс донъя премьераһын тәҡдим итте
БР Милли симфоник оркестры Заһир Исмәғилев иҫтәлегенә арналған концертта өс донъя премьераһын тәҡдим итте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb