БР мәҙәниәт министрлығы һәм «Союзмультфильм» киностудияһы анимацион кластер үҫеше өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандум төҙөнөләр

БР мәҙәниәт министрлығы һәм «Союзмультфильм» киностудияһы анимацион кластер үҫеше өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандум төҙөнөләр

БР мәҙәниәт министрлығы һәм «Союзмультфильм» киностудияһы анимацион кластер үҫеше өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандум төҙөнөләр. Документҡа мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм студия директоры Борис Машковцев ҡул ҡуйҙы. Сара Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы” инвестһабантуйы сиктәрендә үтте.

Меморандумға ярашлы ике яҡ бер нисә йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк: анимация индустрияһы өлкәһендә професионал белем биреүҙе үҫтереү, яңы производство урыны булдырыу, төрлө форматлы саралар ойоштороу.

Беренсе йүнәлеш Башҡортостандың берәй юғары йорто базаһында «Союзмультфильм» студияһы әҙерләгән талаптар буйынса профилле белем биреүҙе ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Икенсе йүнәлеш – Өфөнөң “Башҡортостан” һәм “Муха” студиялары ҡатнашлығында технопарк булдырыу. Башҡортостан хөкүмәте административ һәм технологик яҡтан функциялау эшен алып барһа, “Союзмультфильм” производство сылбырын юлға һалып, заказдар алыуға ярҙам итәсәк.

Өсөнсө йүнәлеш мәҙәни саралар үткәреүҙе күҙаллай. Улар араһында ошолар бар: 2021 йылда “Союзмультфильм” студияһының 85 йыллыҡ юбилейына арналған фестиваль, «Союзмультклуб» франшизаһының клубтары, балалар һәм үҫмерҙәр мәктәптәре үҫеше, күргәҙмә проекттары, кино күрһәтеү, балалар лагерҙарында тематик сменалар ойоштороу, балалар анимация фильмдары конкурсы үткәреү.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb