26 апрелдән 28-нә тиклем уҡытыусылар «Компьютер графикаһы» өҫтәмә һөнәри программа буйынса белем аласаҡ.
Программала «Adobe Photoshop» һәм «Corel Draw» программаларында компьютер графикаһы буйынса лекциялар һәм практик дәрестәр планлаштырылған. Уҡытыуҙы Өфө ҡалаһының 2-се балалар художество мәктәбе, Сибай балалар художество мәктәбе һәм Нефтекама ҡалаһы Балалар художество мәктәбенең алдынғы уҡытыусылары алып барасаҡ.
Уҡытыу Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методик үҙәгенең раҫланған эш планына ярашлы ойошторолған.
Ғаризалар 2022 йылдың 22 апреленә тиклем http://rumcrb.ucoz.ru/index/kpk/0-11 сайтында урынлаштырылған электрон формала «Квалификацияны күтәреү» битендә ҡабул ителә.