БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Еңеү музейы директорынан рәхмәт хаты алды

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Еңеү музейы директорынан рәхмәт хаты алды

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова исеменә “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы музейы” – Еңеү музейы директоры А.Я. Школьниктан рәсми хат килде. Унда Александр Яковлевич Башҡортостан Республикаһына Еңеү музейының башланғысына булышлыҡ иткәне һәм Республика хәрби дан музейының “Еңеү территорияһы” проектында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.

Республика хәрби дан музейы менән Еңеү музейы күп йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

2018 йылда Хәрби дан музейы проекта әүҙем ҡатнашҡаны өсөн VII Санкт-Петербург халыҡ-ара мәҙәни форумында почетлы диплом менән билдәләнде.

2019 йылда республика музейы Еңеү музейы ойошторған “Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иң яҡшы экскурсия” исемле федераль конкурста беренсе урын яуланы.

2020 йылдың майында “Еңеү территорияһы” проекты сиктәрендә Республика хәрби дан музейы Еңеү музейы менән берлектә күп кенә сараларҙа ҡатнашты.

7 майҙа “Еңеү террторияһы. Хәтерҙе бергәләп һаҡлайыҡ” исемле онлайн-конференцияла Хәрби дан музейы “Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә Башҡортостандың индергән өлөшө. Музейҙың проектары” темаһы менән сығыш яһаны. Конференцияла төрлө илдәрҙән 15 музей вәкилдәре ҡатнашты.

28 майҙа “Интермузей-2020” халыҡ-ара фестивале сиктәрендә “Еңеү территорияһы. Бөйөк Ватан һуғышы тарихын яҡтыртыуға яңы ҡараш һәм музей практикалары” исемле онлайн-форматта түңәрәк өҫтәл үтте. Унда Рәсәйҙең һәм Беларуссияның музей вәкилдәре ҡатнашты.

16 июндә Республика хәрби дан музейында “Батырлыҡ дәресе” онлайн-конференцияһы булды. Уның геройы Илгизәр Ғариф улы Хайров -  Ватан һуғышының I һәм II дәрәжә ордендары, “Германия өҫтөндә Еңеү” миҙалы, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарман хеҙмәте өсөн” миҙалы кавалеры. Ул Курск дуғаһы янындағы көслө алыштар, һуғыш хәтирәләре менән бүлеште.

Хатын тамамлап, Еңеү музейы директоры А.Школьник тағы бер тапҡыр Әминә Ивний ҡыҙына һәм министрлыҡтың мәҙәниәт усаҡтарына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ул Республика Хәрби дан музейы директоры Илшат Ислам улы Үтәшевҡа һәм музей коллективына “Еңеү территорияһы” халыҡ-ара проектында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb