М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә танылған шағирә, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың «Машина ниңә "дүрт-дүрт" - ти?» тип исемләнгән китабы донъя күрҙе.
Йыйынтыҡҡа хикәйәләр, балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр ингән. Китап Брайль шрифында башҡорт телендә баҫылған һәм рельеф-график һүрәттәр менән биҙәлгән.
Әлеге ваҡытта яҙыусының ижади иҫәбендә ундан ашыу китап бар. 2017 йылда «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр йыйынтығы өсөн Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Гүзәл Ситдиҡова - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Техник эшкәртеүҙән һуң китап республика ҡалаларындағы махсус китапханаларға тапшырыласаҡ.