Булат Йосопов Халыҡ-ара төрки донъяһының документаль фильмдар фестиваленә жюри итеп саҡырылды

Булат Йосопов Халыҡ-ара төрки донъяһының документаль фильмдар фестиваленә жюри итеп саҡырылды

Башҡорт кинорежиссеры Булат Йосоповты V Халыҡ-ара төрки донъяһының документаль фильмдар фестиваленә жюри составында ҡатнашырға саҡырғандар.

Халыҡ-ара төрки донъяһының документаль фильмдар фестивале документаль кино үҫешенә үҙ өлөшөшөн индереү һәм төрки халыҡтарының кино белгестәрен берләштереү, уларға аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ булдырыу маҡсатында ойошторола.

Фестиваль “Төрки мәҙәниәт” һәм “Донъяға төрки ҡараш” категорияларында үтәсәк.

Төрөк тамашасыһы Булат Йосоповтың “Бабич” һәм “Беренсе республика” фильмдары менән таныш. Был фильмдар төрөк телендә Altin Koza (Адана), Malatya International Film Festival (Малатья), Рандеву-Истамбул фестивалдәрендә күрһәтелде һәм белгестәрҙең юғары баһаһына лайыҡ булды.

Был юлы Булат Йосопов үҙе жюри күҙлегенән башҡа режиссерҙарҙың эшен баһалаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb