26 декабрҙә баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында “Буран ФМ” телеспектаклен премьераһы көтөлә. “Юлдаш” радиоһы коллективы әҙерләгән спектакль буйынса фильмды БСТ телеканалы төшөргән.
- Төп ваҡиғалар буран мәлендә бара. Сюжет буйынса, буранға эләккән кешегә "Юлдаш" радиоһы ярҙамға килә. Ғөмүмән, спектакль йәш ғаилә, мөхәббәт һәм радионың бөйөк көсө тураһында",- ти сценарий авторы Айбулат Сәсәнбаев.
Спектаклдең премьераһы быйыл йәй Әбйәлил районы Күсем ауылында уҙа. Тамашасының спектаклде бик йылы ҡабул итеүе фильм төшөрөүгә этәргес бирә.
Телеспектаклдә төп ролдәрҙә "Юлдаш" радиоһының билдәле алып барыусылары уйнай.
Фильм киске 7-лә башлана.
Инеү бушлай.