Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Беҙ - Рәсәй» федераль программаһына быйыл Башҡортостандан өс коллектив ингән. Күләмле программала бөтә илдән йәмғеһе 35 алдынғы милли коллектив ҡатнаша.
«Беҙ - Рәсәй» федераль проекты Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән 2020 йылдың февралендә бойомға ашырыла башланды. Проекттың операторы – «Росконцерт». Яңы программа илдең бөтә федераль округтарында милли ижади коллективтарҙың гастролдәр эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Проекттың географияһы Калининградтан алып Камчаткаға тиклем һуҙыла, ә концерттар өлкәндәр, ғаилә һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән.
Шулай итеп, быйыл Рәсәй тамашасыларын Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте менән өс коллектив таныштырасаҡ: Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (етәксеһе – БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Линар Дәүләтбаев), Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле.