Премьер министр урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Линара Иванова белдереүенсә, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә республиканан сыҡҡан билдәле йырсыларҙың килеүҙәре көтөлә.
“Евразия йөрәге” фестиваленә Юрий Шевчук, Зимфира саҡырылған. Асыҡ һауала уҙғарылған йәйге музыка фестивале бына бер нисә йыл Өфө халҡын ҡыуандыра. Унда Башҡортостан сәнғәт оҫталары менән бер рәттән Рәсәй,сит ил музыканттары ла сығыш яһай. Сараға Юрий Шатунов, Андрей Губин, йәш йырсы Рушана Вәлиевалар ҙа саҡырылған.
“Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале- биш көн эсендә Өфөнөң Конгресс-холл амфитеатрында төрлө мәҙәни сараларҙы берләштергән ҙур тамаша майҙансығы ул.
Мәҫәлән, “Симфоник төн”, “Кино төнө”, “Этнотөн” кеүек байрамдар, “Донъя халыҡтарының мираҫы” исемле халыҡ-ара конференция, “Урал моңо” төрки йәштәр фестиваленең гала-концерты.